«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Истәктә милли проект буйынса ФАП асылды



24.09.2019 Истәктә милли проект буйынса ФАП асылды

Яңауыл районының Истәк ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе. Бында милли проект буйынса фельдшер-акушер пункты асылды.

Элекке "пункыт" (ғәҙәттә ололар медпунктты шулай тип йөрөтә) бинаһы 1969 йылда төҙөлгән һәм былдыр яҙғыһын авария хәлендә тип табылған.

Әлеге ФАП "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" өлөшө буйынса төҙөлгән. Ул 620 кешене, шул иҫәптән 134 баланы хеҙмәтләндерәсәк.

Быйыл республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы түбәндәгеләрҙе эшләйәсәк:
- 29 модулле ФАП һатып алынасаҡ. Улрҙың алтауһы элек ФАП булмаған һәм халҡы 100 кешенән артҡан ауылдарға ҡуйыласаҡ; 23-ө авария хәлендәге биналарҙы алмаштырасаҡ;
- Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса өс ФАП алыу;
- 27 күсмә медицина комплексы (7 флюорограф һәм 20 күсмә ФАП) һатып алыу
Быларҙың барыһы өсөн 376 млн һум күсерелгән, уларҙың 266,2 млн-ы - федераль ҡаҙнанан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға