«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хөрмәт Үтәшев олатаһының һөргөнгә оҙатылған ерҙәрен барып күргән



23.09.2019 Хөрмәт Үтәшев олатаһының һөргөнгә оҙатылған ерҙәрен барып күргән


Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәт Үтәшевтың олатай-өләсәйҙәре себергә һөрөлгән булған.


Ул күптән түгел, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры составында Иркутск яҡтарына гастролгә барған.

“Колхозлаштырыу осоронда нәҡ бына ошо Черемхово районына һөрөлгән минең олатай - инәйҙәрем. Атайым тик бала булыу сәбәпле генә, ҡотолоп ҡалған был бәләнән”, - тип, тарихи урындарҙың фотоһын ҡуйҙы ул.

Черемхово шахтерҙар ҡалаһы икән. 1930-сы йылдарҙа, кулак тип, Башҡортостандан бихисап милләттәшебеҙҙе ошонда һөргөнгә оҙатҡандар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға