«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортса киноһүрәтләмәләр төшөрөлә



23.09.2019 Башҡортса киноһүрәтләмәләр төшөрөлә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева ҡатнашлығында бәләкәй генә сюжетлы видеоны күптәр күргәндер. Китапханаға килеп ингән егет унда бер һылыуҡайҙы күрә. Ул ҡыҙға Мостай Кәримдең «Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм...» шиғыры менән өндәшә. Ә гүзәлкәй шиғырҙы дауам итеп яуап бирә. Йәштәрҙе китапханасы тынлыҡ һаҡлау тураһында иҫкәртеп китә...


Баҡһаң, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығы һәм Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы әҙәби киноһүрәтләмәләр төшөрөү проекты башланған икән.

«Мостай Кәримдең әҫәрҙәренә һәм театр тураһындағы шиғырҙарға нигеҙләнгән уйын сюжеттары булһын тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Актерҙар был тәҡдимде дәррәү күтәреп алды һәм үҙҙәре лә процесҡа ҡушылды. Сюжеттарҙы бергәләп әҙерләйбеҙ. Һәр роликтың оҙайлығы — өс минутҡа тиклем», — ти проекттың режиссеры Руслан Юлтаев.

Сюжеттарҙы социаль селтәрҙә таратыу күҙаллана, шулай уҡ уларҙы Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеү тураһында килешеү бар, тип яҙа "Башинформ".





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға