«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проектҡа Башҡортостандың 40-ҡа яҡын предприятиеһы ҡушылды



24.09.2019 Милли проектҡа Башҡортостандың 40-ҡа яҡын предприятиеһы ҡушылды

Республиканың тағы өс предприятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү милли проектына ҡушылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа илебеҙ лидеры Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.

Төбәктең иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милли проектта ҡатнашыу өсөн "Синтез-Каучук" ААЙ-ы, "Контрольный пакет" заводы һәм Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты менән килешеү төҙөлгән.

Был предприятиеларҙа һаҡсыл производство шарттары, продукция сифатын арттырыу, бракты кәметеү кеүек алымдар индерелгән.

Йыл аҙағына тиклем бындай милли проектҡа республиканың тағы ла ун предприятие ҡушылыуы көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға