23.09.2019 Стресс сыныҡтыра ғына
Бөтә кешеләргә хас бер үҙенсәлек бар: ул – стресҡа дусар булыу, икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең организмдың тормоштағы хәлдәргә үҙенсә яуап биреүе. Стресты, йәғни көсөргәнеш кисереүҙе, кешенең ҡарасҡыһы, тип тә әйтәләр. Ә бына организмдың был торошоноң ҡайһы саҡ файҙалы булыуы хаҡында күптәр белмәй. Зарары ‒ төрлө ауырыуға килтерһә, файҙаһы – кешене ижади эшләргә булышыуы, тормош ауырлыҡтарына сыныҡтырыуы. Доктор Бенсабат стрестан нисек һаҡланыу тураһында бер нисә кәңәш биргән.
Өйҙә лә , эштә лә башҡа кеше булып күренергә, кемдәргәлер оҡшарға тырышмағыҙ. Үҙегеҙгә нимә кәрәген, тормошоғоҙҙо нисек тәртипкә килтерергә кәрәклекте, нимәгә ирешергә теләүегеҙҙе асыҡлағыҙ. Был маҡсаттарға ирешә алырһығыҙмы ‒ беренсе сиратта шунан сығып эш итегеҙ.
Көн дә башҡара торған эшегеҙҙе, көндәлек йәшәйешегеҙҙе төрләндерергә кәрәк. Хәл итеп булмаҫтай проблемаларға осрағанда, уларҙы теләһә ниндәй юлдар менән йырып сығырға тырышмағыҙ. Сөнки ҡайһы саҡта сәләмәтлек хаҡына «тауҙы урап уҙыу» яҡшыраҡ һәм файҙалыраҡ.
Эске хистәрегеҙ ташып торғанда, уларҙы тышҡа сығарыуҙан ҡурҡмағыҙ, кәрәк икән, ултырып илағыҙ. Кире энергияны үҙ эсеңә йыймаҫҡа кәрәк. Файҙаһыҙ низағтарҙан һәм мөнәсәбәт асыҡлауҙарҙан һаҡланығыҙ.
Проблемаларға алыҫтан күҙ ташлағыҙ, уларҙың мөһимдәрен генә һайлап алырға тырышығыҙ. Әйләнә-тирәләге кешеләрҙән күңелегеҙ һыуынмаһын өсөн уларҙан сиктән тыш күп нәмә талап итмәгеҙ. Үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белегеҙ, булмағанына үкенмәгеҙ.
Күңелһеҙ мөнәсәбәттәргә инмәҫкә, энергияғыҙҙы күп ала торған кешеләрҙән ҡасырға кәрәк. Үҙ иңегеҙгә сиктән тыш күп йөк алмағыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта артығыраҡ эшләүҙән дә ҡурҡмағыҙ. Үҙ халәтегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Ваҡыттығыҙҙы әрәмгә уҙҙырмауығыҙ яҡшы. Башҡаларҙың да мәнфәғәттәрен дә ихтирам итегеҙ. Йылмайығыҙ, спорт менән дә шөғөлләнегеҙ, гел генә хәрәкәттә булығыҙ.