23.09.2019 БДУ-ның ятаҡтары әҙер түгел
Уҡыу башланыуға ай етеп килә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт университетының 1-се, 3-сө ятаҡтарында ремонт һаман тамамланмаған.
Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан күп кенә етәкселәргә «эләкте».
- 1 сентябргә ятаҡ ошондай ҡурҡыныс хәлдә.Тәртипһеҙлек был! Мин быны нимә тип атарға ла белмәйем.Студенттар ҙа – кеше. Уҡыу йортоноң ректорын «аңына килтерегеҙ», зинһар, - тине ул БР Мәғариф министрлығы етәкселәренә.
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика, география факультеттары студенттары, ятаҡ әҙер булмағас, ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр.