«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ашҡаҙанда ниңә үт йыйыла?



23.09.2019 Ашҡаҙанда ниңә үт йыйыла?


Ни өсөн ашҡаҙанда үт барлыҡҡа килә? Бының сәбәбе нимәлә һәм унан нисек ҡотолорға?


Үт аш эшкәртеү процесында ҡатнаша. Аш эшкәртеү тракты органдары яҡшы эшләгәндә ул үт ҡыуығына эләгергә тейеш, ә ашҡаҙанға түгел. Ә инде аш эшкәртеү органдары нормала булмаһа, үт ашҡаҙанға эләгә. Был осраҡта шул тирәлә әрнетеп ауыртып, уң яҡтан ауыр булып тора, кендек тирәһе лә ауыртыуы ихтимал. Уҡшыта, ҡоҫҡо килгән һымаҡ тойғо барлыҡҡа килә. Тамаҡ төбө нисектер әсетеп, кибеп торған кеүек була, туҡтауһыҙ һыу эске килә. Бындай билдәләр барлыҡҡа килгәндә кеше үҙенә-үҙе ярҙам итә ала. Шунда уҡ 20 мл ҡайнаған йылымыс һыуҙы әҙ-әҙләп кенә эсергә кәңәш ителә. Артабан өс көн буйы көнөнә өс тапҡыр берәр пакет “Смекта” эсергә кәрәк. Өйәнәктән һуң ике аҙна дауамында тик бутҡа һәм һөт ризыҡтары ғына ашарға һәм кеҫәл эсергә тура килер. Иртәнсәк ас ҡарынға йылымыс һыу эсһәгеҙ, ашҡаҙанығыҙҙағы үт тиҙ арала йыуылып сығыр.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға