«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡар үҙен оҙаҡ көттөрмәне



23.09.2019 Ҡар үҙен оҙаҡ көттөрмәне

Ағастар ныҡлап һарғайып та өлгөрмәне, Өфөлә тәүге ҡар яуып үтте. Әлбиттә, ҡар тиҙ ирей торған булып сыҡты, сөнки уны рашҡы алмаштырҙы. Шулай ҙа ҡыштың сәләмен алдыҡ, тигән һүҙ был. Һауа температураһы төнөн 0...+5 градусҡаса төштө, ә көндөҙ ни бары +4...+10 градус йылылыҡты күрһәтә.


Кисә Радий Хәбиров үҙенең битендә ҡар аҫтында йылмайып төшкән фотоһын ҡуйғайны. “Башҡортостанға ҡыш етеп килә”, тип яҙғас, күптәр: “Нимәгә ҡыуанырға – йылы биреү башланмаған!” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Башлыҡ республика буйынса йылылыҡ миҙгелен башларға ҡушып та ҡуйҙы. Был фармандан һуң, Матбуғат йорто ла йылынып киткән кеүек булды. Сөнки иртәнән бирле өшөүҙән ҡатҡан бармаҡтар менән компьютер төймәләренә саҡ-саҡ баҫып ултырыла.

Был аҙнала ҡар ҡатыш ямғырҙар көтөлә, боҙлауыҡ юл йөрөүҙе ҡатмарлаштырасаҡ, ти синоптиктар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға