«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемдәргә грейпфрут ашарға ярамай?



23.09.2019 Кемдәргә грейпфрут ашарға ярамай?

Файҙалы үҙенсәлектәре буйынса грейпфрут лимонға оҡшаған, әммә күпкә тәмлерәк.

Составында төп компонент – һыу.Ул яҡынса емештең 90 процентын биләй, артабан шәкәр, органик кислоталар, минераль тоҙҙар, эфир майы, фитонцид һәм гликозид килә. Бынан тыш, уның составында антиоксиданттар, кальций, калий, магний, А, В2, РР, С, Д витаминдары ла бар.
Грейпфрут пародонтоздан һәм теш ҡаҙналары ҡанағанда файҙалы. Уның ярҙамында вируслы ауырыуҙарҙы һәм һалҡын тейеүен дауалайҙар. Шулай уҡ был емештең иммунитетты күтәреүе билдәле.


Составындағы кальций тырнаҡтарҙың һәм сәстәрҙең торошон яҡшырта, ә магний менән калий йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.


Грейпфруттағы антиоксиданттар ҡан тамырҙарындағы төйөрсәләрҙе бөтөрөп, уларҙың һығылмалылығын көсәйтеүгә һәләтле. Был емештең түбән калориялы булыуын да билдәләп үтеү мөһим , 100 грамм емештә ни бары 35 ккал ғына.


Иртәнсәк яңы ғына һығылған һутын эсеү эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә. Әммә кемдең ашҡаҙан һутының әлелеге юғары, һаҡ булырға кәрәк.


Емештең составындағы пектин ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә һәләтле. Шуның менән йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуы менән интегеүсе кешеләр өсөн ысын табыш булып тора. Һуты организмды тынысландырыу һәм көс биреү йоғонтоһона эйә, аҡыл һәм физик көсөргәнештән һуң арығанлыҡ тойғоһон баҫа. Составындағы эфир майҙары иғтибарҙы көсәйтергә, депрессияны һәм апатияны еңергә ярҙам итә.


Ҡабығы иһә үҙәк көйөүҙән ярҙам итә. Ваҡ итеп ҡырғыстан үткәреп киптерелгән ҡабыҡты көн һайын иртән берәрә балғалаҡ ашау ашҡаҙан ауыртыуын баҫа.


Кемдәргә ярамай?
Кемдең бауырына бәйле ниндәйҙер проблемаһы бар, уларға грейпфрут ашарға ярамай, сөнки хәлде ҡатмарлаштырасаҡ ҡына. Шулай уҡ ашҡаҙанда сей яра булғанда, гастрит, энтерит, колит ваҡытында, шулай уҡ гепатит, нефрит һәм холецистит менән ауырығанда грейпфрут ашарға тәҡдим ителмәй.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға