«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер ҡараштан... ғына түгел, бер өндән ғашиҡ иттерә башҡорт егеттәре!



23.09.2019 Бер ҡараштан... ғына түгел, бер өндән ғашиҡ иттерә башҡорт егеттәре!

Заманында «Хәйбулла ҡурайы» грантын яулаған талантлы ҡурайсы Илмир Ҡоҙабаев Ҡаҙағстандан ҡайтырға сыҡты бөгөн.

Ҡурайсыбыҙ "Деде Коркут" халыҡ-ара традицион музыка фестивалендә уңышлы сығыш яһаны.

Төрки халыҡтарҙың тәжрибә уртаҡлашыуы маҡсатында ойошторолған был фестивалдә Илмир ҡурай һыҙып, ҡобайыр өзләп башҡарҙы. Стәрлетамаҡ бейеүсеһе Лилиә Зарипова был номерҙы Эльвира Дауытова һалған матур бейеүе менән биҙәне. Тамашасыларҙы хайран итеп ҡайтып килә яҡташтарыбыҙ. Эльвира хатта ҡаҙаҡ ҡыҙҙарын да башҡортса бейетеп өлгөргән.

Ҡурайсы Илмир Ҡоҙабаев өсөн быйылғы йыл бик уңышлы булды. Сөнки ул "Ебәк юлы" халыҡ-ара конкурсында ла еңеү яулап беҙҙе һөйөндөрҙө, "Ай ауазы" төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында ла гран-приға лайыҡ булып ҡыуандырҙы. Ай, афарин, башҡорт балаһы!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға