«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә - 4 миллион һум



23.09.2019 Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә - 4 миллион һум

Үткән аҙнала ҡупҡан дауыл һәм көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостанда 4 млн тирәһе аҡса бүленгән. Бының турала 23 сентябрҙә хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һөйләп үтте.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров зыян күргән райондар башлыҡтарына ошо арала ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәрҙе тамамларға кәрәк тип белдерҙе. Бының өсөн аҡса муниципалитеттарға бөгөн күсереләсәк.

Вице-премьер вазифаһын үтәүсе Борис Беляев әйтеүенсә, 19 сентябрҙә дауыл арҡаһында 158 тораҡ пунктта - был 36 мең кеше йәшәгән урын - электр тәьминәтендә өҙөклөктәр булды. Ике шәхси һәм өс күп фатирлы йорттоң, 18 социаль һәм производство бинаһы ҡыйыҡтарына зыян килгән. Электр линияларын бер тәүлек эсендә төҙәткәндәр, ҡыйыҡтарҙы ошо арала йүнәтәсәктәр





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға