«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дарыуҙары бушлай бирергә уйлайҙар



22.09.2019 Дарыуҙары бушлай бирергә уйлайҙар

Вероника Скворцова белдереүенсә, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы закон проекты әҙерләй. Уның буйынса, кеше ғүмере өсөн мөһим булған дарыуҙарҙы бушлай йә ташлама буйынса алыу мөмкинлеге биреләсәк.


Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә льготаға эйә граждандар категорияһына ғына дарыуҙар бушлай бирелә. Яңы система был исемлекте киңәйтергә йә булмаһа ҙур ташлама менән һатып алырға мөмкинлек бирәсәк.


Министр билдәләүенсә, тәүҙә ауырыу төрөнә ҡарап, айырым граждандарҙы исемлеккә индереү планлаштырыла. Шулай уҡ 14 йәшкә тиклемге балаларҙы йә бәлиғ булғанса дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү ҡарала.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға