«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хет һәр кемдең муйынына компас тағып сығар!



22.09.2019 Хет һәр кемдең муйынына компас тағып сығар!

Кисәге Салауат районы Иҙрис ауылы янында 10 кеше аҙашҡан.

Төмән һәм Екатеринбургтан килеп, аҙашып йөрөгән туристарҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тиҙ генә табып, юлға сығырға ярҙам иткән.

Бынан тыш 1956 йылғы ир ҙә Иглин районында бәшмәк йыйып йөрөп, аҙашҡан. Уға ла имен-һау өйөнә ҡайтырға ярҙам иткәндәр.

Шуға ла урманға барыр алдынан ҡайтырығыҙҙы уйлағыҙ, тип иҫкәртәбеҙ!

Бәшмәк артынан йыйынһағыҙ, яҡындарығыҙға мотлаҡ ҡайҙа барғанығыҙҙы, яҡынса ҡасан ҡайтырығыҙҙы әйтегеҙ.
Үҙегеҙ менән компас, шырпы, бысаҡ, һыу, бутерброд йәки шоколад, көн дә ҡулланған кәрәкле дарыуығыҙҙы алығыҙ.
Кейемегеҙ сағыу төҫтә булһын - юғалған хәлдә һеҙҙе һауанан еңелерәк эҙләп табырҙар.

Урманға бәләкәс балаларҙы алмауығыҙ яҡшыраҡ.

Телефондың зарядкаһы тулы булһын. Юғиһә, иң кәрәкле ваҡытта телефондың һүнеүен көт тә тор.


Әгәр ҙә юғалһағыҙ:

- Аҡылдан яҙмай, тынысланып, килгән юлығыҙҙан кире ҡайтып ҡарағыҙ. Бик тә булмаһа ориентирҙар эҙләгеҙ: электр бағаналары, ярынтылар, диләнкәләр...

112 номерына шылтыратырға кәрәклеген онотмағыҙ.

Телефон бәйләнеше булмаһа, асыҡ урынға сығығыҙ.

Ҡараңғы төшкәс, йоҡларға урын эҙләгеҙ: көн аяҙ булһа - елдән соҡорҙа йәшеренергә мөмкин, ямғыр ваҡытында бейегерәк урынды, ылыҫлы ағастарҙың төбөн һайларға кәрәк.

Ниндәй хәлдә лә ҡотҡарылырығыҙға өмөттө өҙмәгеҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға