«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эх, офтальмологтар...



21.09.2019 Эх, офтальмологтар...

"Әрмәнстанда табиптар 22 йәшлек Сатеник Каразянға диагноз ҡуя алмай. Уның күҙҙәрендә кристалдар барлыҡҡа килә", - тигән хәбәр барыһын да шаҡ ҡатыра.

Аптыратты инде табиптар. Цистиноз тигән ауырыу тураһында, моғайын, уҡығандары йәки ишеткәндәре барҙыр. Һатып алмағандарҙыр дипломды...

Был һирәк осраған генетик сир, ләкин медицинаға бөтөнләй үк билдәһеҙ түгел бит.

Ә сенсация артынан ҡыуған журналистарға "ҡыҙҙың кристалдар менән илауы" тураһындағы хәбәрҙе таратыу ҡулай ғына булды.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға