«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙә ҡайһы бер байрамдар ғәмәлдән сығарыла



20.09.2019 Рәсәйҙә ҡайһы бер байрамдар ғәмәлдән сығарыла


Беҙҙең илдә «көйләүсе гильотина» алымы нигеҙендә ҡайһы бер профессиональ байрамдарҙы юҡҡа сығармаҡсылар. «Коммерсантъ» гәзите ошо хаҡта яҙып сыҡты.
Әле СССР-ҙың профессиональ байрамдар тураһындағы күп кенә норматив акттарын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһе ҡарала. Шулай итеп, Тимер юлсылар, Радио һәм Һауа флоты көндәрен һәм башҡа профессиональ байрамдарҙы бөтөрөүҙәре ихтимал. Рәсәй Хөкүмәте ғәмәлдән сығасаҡ норматив акттар исемлеген 15 ноябргә тиклем әҙерләйәсәк.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты ағзаһы Светлана Бессараб 31 декабрҙе ял көнө тип билдәләргә тәҡдим индергәйне.
«Ял көндәре күберәк булған һайын яҡшыраҡ, сөнки 31 декабрҙә эшкә етди ҡараусылар күп түгел. Был фекер дәүләт бурысын һәм заказын башҡарыусыларға ҡағылмай, әлбиттә. Рәсәйҙәр йылдың һуңғы көнөндә ял итеү мөмкинлеге алһа, шәп булыр ине», – тигәйне ул.
Әммә РФ-тың Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәте иһә 2019 йылдың 31 декабре илебеҙҙә эш көнө буласағы хаҡында хәтергә төшөрҙө. Ә инде 2020 йылдың 1 – 8 ғинуарында ял итәсәкбеҙ.





Автор: Рөстәм Кәрим
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға