20.09.2019 Солянка
Солянканы яһар өсөн 3 кг кәбестә, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 3 кг помидор, 5 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 10 балғалаҡ тоҙ, 20 бөртөк ҡара борос, ярты литр үҫемлек майы, ярты стакан томат соусы, 0,5 стакан аш һеркәһе алына. Кәбеҫтәне, помидорҙы шаҡмаҡлап, һуғанды ярымтүңәрәк итеп турарға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә.
Йәшелсәләрҙең өҫтөнә борос, тоҙ, үҫемлек майы, томат соусы, шәкәр һалып бутарға ла, бер сәғәт бешерергә. Уттан алырға 15 минут ҡалғас, аш һеркәһе һалырға. Стерилләнгән банкаларға тултырырға.