20.09.2019 Киләһе аҙнанан балаларға вейптар һатылмаясаҡ
Республикала тәмәкеһе булмаған тартыу изделиеларын һатыу буйынса сикләүҙәр тураһында фекер алышыу бара.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе аҙнала балаларға тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтарын, шулай уҡ уларҙы ҡулланыу яйланмаларын — кальяндар, вейптар, электрон парға әйләндереүселәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итергә ниәтләй.
Үҫмерҙәрҙең йәмәғәт урындарында электрон сигарет һурып, болот кеүек төтөн өрөп, парланып тороуын йыш осратырға була. Был күренеш тәмәкене пропагандалап ҡына ҡалмай, ә парға әйләнеүсе матдәләрҙе күп ҡулланыу һаулыҡҡа зыян килтерә, йәштәр араһында насар ғәҙәткә ылығыусылар һанын арттыра.
Тәмәкеһеҙ тартыу изделиелары, кальян, вейп, никотинһыҙ шыйыҡсаларҙы һатыу буйынса яңы закон сыҡһа, улар үҫмерҙәргә һатылмаясаҡ.
«Өлкәндәр, ғәҙәттә, һаулыҡҡа артыҡ зыяны булмаһын өсөн электрон тәмәке тарта. Балаларға килгәндә, беҙ кире күренеште күҙәтәбеҙ — электрон тәмәкеләр һәм башҡа яйланмалар ярҙамында улар, ҡағиҙә булараҡ, тәмәке тартырға өйрәнә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.