«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров Сафияның яҙмышын үҙе күҙәтәсәк



20.09.2019 Радий Хәбиров Сафияның яҙмышын үҙе күҙәтәсәк

Стәрлетамаҡ райоының Алатана ауылынан ике йәшлек Сафия Ғиззәтуллина – тыумыштан инвалид. Уның йөҙөнөң формаһы дөрөҫ түгел һәм аяҡ-ҡулының бармаҡтары бергә ҡушылып үҫкән. Ҡыҙҙың ғаиләһе имен, тик тормоштары ауыр.


Улар иҫке йортта йәшәй, һыу үткәрелмәгән, газ плитәһенең алама булыуы арҡаһында газды өҙгәндәр. Үкенескә күрә, үҙ мунсалары ла юҡ, күрше-күләнгә йыуынырға йөрөйҙәр. Атай кеше Стәрлетамаҡта водитель булып эшләй, ә әсә баланы ҡарап өйҙә ултыра.

Сафияның быға тиклем түләнеп килгән инвалид буйынса пенсияһын да, ни сәбәптәндер, туҡтатҡандар. Әсә, ҡыҙҙы балалар баҡсаһына биреп, үҙе эшкә сығырға теләгән. Тик баҡсала балалар Сафиянан ҡурҡасаҡ, тип баш тартҡандар.

Был ваҡиға социаль селтәрҙәрҙә таралғас, бик күп изге йөрәкле кешеләр ғаиләгә ярҙам итеү теләген еткерҙе. Ошо көндәрҙә волонтерҙар Ғиззәтуллиндарға яңы плитә һатып алған. Шулай уҡ йортҡа һыу өсөн газлы йылытҡыс ҡуйырға уйлайҙар. Бынан тыш, балаға кейемдәр һәм аҙыҡ – түлек килтереүселәр бар. Стәрлетамаҡтағы бер шәхси клиника ҡыҙҙы операцияға йүнәлтеү өсөн бушлай тикшереү үткәрергә тәҡдим иткән.

Ошо көндәрҙә БР Башлығы Радий Хәбировтың Сафияның яҙмышын шәхси контроле аҫтына алыуы билдәле булды. "Был бәләкәс өлкәндәр тарафынан көслө иғтибарға мохтаж", - тине ул.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға