«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ит ашарға кәрәкме?



20.09.2019 Ит ашарға кәрәкме?

Ҡайһы берәүҙәр ит, балыҡ ашауҙан ҡырҡа баш тартып, тик йәшелсә-емеш, ярмалар менән генә туҡланыуҙы хуп күрә. Был рәүешле туҡланыуҙың организмға зыяны юҡмы? Белеүебеҙсә, ит менән балыҡта ла организм өсөн кәрәкле витаминдар бар бит.


Әлбиттә, улай туҡланыу зыянлы, тип әйтеп булмай. Шулай ҙа, медиктар фекеренсә, вегетариандар диетаһын тотоусыларға анемия менән сирләү ҡурҡынысы бар. Ул организмда В12 витаминының етешмәүенән була. Ул иттә, йомортҡа һарыһында, һөттә, кефирҙа, эремсектә һәм ҡаймаҡта күп. Был мөһим витамин етешмәгән осраҡта анемияның үҙенсәлекле формаһы барлыҡҡа килә, кеше хәлһеҙләнә, эшләү һәләте юғала. "Жить здорово!" тапшырыуын алып барыусы Елена Малышева ла, ит ашарға кәрәк, ти.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға