«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө һөйләй”, тыңлағыҙ!



23.09.2019 “Өфө һөйләй”, тыңлағыҙ!

“Юлдаш” радиоһында яңы миҙгелдә “Өфө һөйләй” тапшырыуы сыға башланы.

Баш ҡаланың иң бейек нөктә­ләренең береһендә урынлашҡан студиябыҙҙан бар республикаға: “Өфө һөйләй!” – тип өндәшеүе ни тиклем яуаплылыҡ, тулҡын­лан­дырғыс тойғолар өҫтәгәнен аңла­тып биреүе лә ауыр. Тап ошо һүҙҙәр менән уҙған быуатта Баш­ҡортостан радиоһы эшен баш­лаған, тиҫтә йылдар буйы билдәле дикторҙар тап ошо һүҙҙәр менән халыҡты сәләмләгән. «Юлдаш», йолаларҙы ҡиммәт итеп ҡабул иткән радио булараҡ, хәҙер тап ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, халыҡты төшкө ял сәғәттәрендә йыя.

Дүшәм­бе­нән йомаға тиклем көндөҙгө сәғәт 2-се 10 минутта “Өфө һөйләй” сыға­рылышын тура эфирҙа тыңларға мөмкин. Бында беҙ ялға туҡтаған, эш-мәшәҡәттән бер ни тиклем ял иткән арала тыңлау­сыларыбыҙ менән төрлө темаға әңгәмә ҡорабыҙ, бәхәсләшәбеҙ, фекер уртаҡ­лашабыҙ. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, кеше яҙмыштары, тәбиғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр – төшкө йыйында күтәрелгән темалар төрлөлөгө менән айырылып тора. Шаршамбыла, ғәҙәттәгесә, Өфөнән ҡунаҡ­тарыбыҙҙы һөйләтәбеҙ, тыңлаусы­ларҙың күңеленә яҡын осрашыуҙар ойошторабыҙ. Билдәле йырсылар, артистар, әҙиптәр, эшҡыуарҙар, табиптар, төрлө ҡыҙыҡлы шәхес менән халыҡтың һорауҙарына яуап бирәбеҙ. Шулай уҡ яңы миҙгелдә ошо проект барышында “Биш аҙым” тип аталған уйын тәҡдим иттек. Шарттары бик ябай. Эфир барышында алып барыусы әйткән шарттарҙы үтәп фотоға төшөргә, "Юлдаш" радиоһының "Бәйлә­нештә" төркөмөндәге "Биш аҙым" тип аталған махсус бүлегенә инеп, фотоларҙы һалырға кәрәк. Уйы­ныбыҙ 5 аҙымдан тора һәм йома көндө ике ҡатнашыусы араһында, халыҡса әйткәндә, “әпәй-тоҙлоҡ” аҡса отторабыҙ. Яңы миҙгел, яңы исемдән тыш, эфирҙа яңы алып барыусы Венер Фәйзуллин һеҙҙең менән уртаҡ тел табып, ышанысығыҙҙы аҡлай, дуҫ була алырмын, тигән ниәттә, дәртләнеп эш башланы.

Өфө һөйләй, Өфө көйләй «Юлдаш» тулҡындарында.... Дүшәм­­бенән йомаға тиклем көндөҙгө сәғәт 2-се 10 минутта “Өфө һөйләй” сығарылышына рәхим итегеҙ! Тура эфир телефоны: 8 (347) 285-77-85.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға