«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Организмды ҡышҡа әҙерләйек



20.09.2019 Организмды ҡышҡа әҙерләйек

Һалҡын көндәр үҙҙәрен ныҡлап һиҙҙертә башланы. Организмды сыныҡтыра башларға ваҡыт түгелме? Әйҙәгеҙ, был эште бергәләп башлайыҡ.
1. Дөрөҫ туҡланыу – иң мөһиме.

Менюнан калориялы ризыҡтарҙы алабыҙ. Иммунитетны нығытыу өсөн витаминлы һуттар эсеү мөһим. Составында лимон, бөтнөк, ҡурай еләге булған эсемлектәр айырыуса файҙалы. Эсәр һыуға ла бер киҫәк лимон һалһаң: һыу ҙа тәмләнә, организм өсөн дә яҡшы. Керән ашарға ла кәрәк, был үҫемлектә С витамины, әфлисун һәм лимондағыға ҡарағанда, 5 тапҡырға күберәк.

2. Тын алыу күнегеүҙәре эшләү.
Йәйәү атлағанда әлеге күнегеүҙе эшләү өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй. Тәүҙә үпкәнең өҫкө өлөшөн ҡабарырлыҡ итеп, аҙаҡ аҫҡы яғы (эсегеҙ шар кеүек ҡабарырға тейеш) менән тәрән итеп тын алығыҙ, аҙаҡ йыйған һауаны әкрен генә сығарырға.

3. Тәүлегенә 8-9 сәғәттән дә кәм йоҡламаҫҡа.
Көҙөн энергия кәмей һәм нормаль күренеш. Шул рәүешле, организмығыҙ ҡышҡа әҙерләнә. Шулай ҙа бер нәмә лә эшләмәй өйҙә ятыу ҙа килешмәҫ. Урманға барыу, парк та йөрөү, һыу буйына төшөп тәбиғәт менән һоҡланыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирер.

4. Йылы кейенеү мөһим, тик артыҡ тырышмағыҙ.
Йылы итеп кейенеү кәбеҫтә шикелле төрөнөүҙе аңлатмай.
Башҡа кейеүҙе бер үк онота күрмәгеҙ, һалҡын иң беренсе башҡа тейә. Ҡыҫҡаһы, физик яҡтан да, рухи яҡтан да ҡышҡа әҙер булайыҡ!





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға