«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүп-сар һауытттары кемдән ҡаса?



20.09.2019 Сүп-сар һауытттары кемдән ҡаса?

Ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та. 19 сентябрҙә Өфөлә “Ҡарағай” торлаҡ комплексында видеокүҙәтеү камераларына ситтән күҙәтеүсе өсөн ҡыҙыҡ, әммә автомобиль хужаларына бик үк күңелле булмаған ваҡиға эләккән.

Көслө елдән сүп-сар һауыттары “аяҡланған”. Видеонан күренеүенсә, мөйөштән килеп сыҡҡан һары бак тәүҙә бер машинаға барып бәрелә, унан – икенсеһенә. Уның артынса “шыуышып” килеп сыҡҡан тағы ике бактың берәүһе лә шул уҡ юлды ҡабатлай.
Әйткәндәй, кисәге ел-дауыл апаруҡ ҡына донъяны һелкетеп алды. Төрлө яҡтарҙан кемдең ҡапҡаһын, ҡоймаһын емереүе, кемдең ҡыйығындағы шиферын алып ташлауы тураһында хәбәрҙәр килеүен дауам итә





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға