«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ташҡабаҡтан аджика



20.09.2019 Ташҡабаҡтан аджика

Аджика өсөн 3 кг ташҡабаҡ, 500 г кишер, 500 г болғар боросо, 1,5 кг помидор, 5 баш һарымһаҡ, 2,5 ҡалаҡ ваҡланған ҡыҙыл борос, 100 г шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 мл шыйыҡ май кәрәк.

Бар ингредиенты ит үткәргестән сығарырға, һалаһы әйберҙәрҙе һалып болғап, 45 минут бешерергә һәм стериль банкаларға тултырып ябып ҡуйыр4а.

7,5 кг массанан 0,5 литрлы – 8 һәм 0,7 литр¬лы 1 банка аджика сыға.

Шулай уҡ 3 б2рт2к әсе борос һәм 1 балғалаҡ ваҡланған ҡыҙыл борос, 2 ҡалаҡ томат пастаһы ҡушырға ла була.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға