«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт лицейына Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде



20.09.2019 Башҡорт лицейына Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде


Өфөнөң 2-се һанлы Башҡорт лицейына күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәле Ғизетдин улы Ибраһимовтың исеме бирелде. Ҡарарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уҡыу йорто алдында яҙыусының ҡыҙҙары – Һөйөклө Ибраһимова менән Гүзәл Корнилаева – Ибраһимова эшләткән бюст ҡуйыласаҡ.
Ғәле Ибраһимов (1919 — 1989) – Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡытыусы, журналист. Ул инглиз теленән уҡытҡан, « Ағиҙел» журналында эшләгән.
Яҙыусының «Кинйә» романы Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Шәхси архивтан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға