«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡҡош балаларына хәүеф янамай



19.09.2019 Аҡҡош балаларына хәүеф янамай

Ата-инәйһеҙ ҡалған аҡҡош балалары өсөн борсолған Шәүрә апай Йәлилова һәм үҙебеҙҙең исемдән "Учалы ҡалаһы һәм районы юлдарында бер-береңә ярҙам итеү" төркөмө ағзалары Ринат Вәлитов (төркөм етәксеһе), Евгений Назаров, Альберт Сәлихов, Анастасия Минһажева, Эльвира Вәлиева һәм башҡа битараф булмаған кешеләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә.

Комсомольск ауылы янындағы разрездарға беҙгә юл күрһәтеп алып барған уҡытыусы Әмир Ҡаһармановҡа, "Хайуандарҙы һаҡлау йәмғиәте" етәксеһе Татьяна Чадченкоға ла мәғлүмәти ярҙамы өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Ҡыуанысҡа, үҙ аллы тыныс ҡына һыуҙа йөҙөп йөрөгән аҡҡош балаларына хәүеф янамай, улар ноябргәсә ҙурайып, ҡанат нығытып өлгөрөрлөк. Шулай ҙа беҙ етем ҡошҡайҙарҙың яҙмышын күҙәтеп барасаҡбыҙ, был йәһәттән Әмир Ғатаулла улы ла үҙ ярҙамын күрһәтәсәк. Әгәр йылғаны боҙ ҡаплағанға тиклем улар йылы яҡҡа осоп китмәһә, әлбиттә һалҡындарҙа аслыҡтан, йә йәнлектәрҙән һәләк булырға юл ҡуймаҫбыҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға