«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЮХХДИ инспекторы «матур» һандар һатҡан



19.09.2019 ЮХХДИ инспекторы «матур» һандар һатҡан


Бурҙарҙы ниндәй яза көтә?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ район-ара теркәү-имтихан бүлеге дәүләт инспекторына ҡарата бер юлы өс енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автомобилдәр өсөн тәғәйен «матур» номерҙарҙы һатып, аҡса эшләргә «оҫтарып» алған был хеҙмәткәр эшенән бушатылған. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, әлбиттә. Ул ришүәтселектә һәм вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә. Рәсәйҙең Башкортостан буйынса Тәфтиш комитеты ошо хаҡта хәбәр итте.

Тикшереү һөҙөмтәһендә шул асыҡлана: енәйәттә ғәйепләнгән был бур әҙәм дәүләт теркәү билдәләрен һатыу менән шөғөлләнгән танышына өс «матур» номерҙы теркәүен һәм үҙенә биреүен һораған. Теге ир риза була һәм, үҙ-ара килешеп, бер номер өсөн - 100 мең һум, икенсеһенә - 18 мең, ә өсөнсөһөнә 4 мең һум аҡса ала.
Тикшереү үткәргәндән һүң, инспектор эшенән бушатыла һәм һаҡ аҫтына алына, әммә әлегә ул ғәйебен танымай. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.





Автор: Рөстәм Кәрим
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға