«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Радий Фәрит улының еңеүе бәхәсһеҙ һәм лайыҡлы"



19.09.2019 "Радий Фәрит улының еңеүе бәхәсһеҙ һәм лайыҡлы"

Игорь КОМАРОВ, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле:


—Республика рәсми рәүештә яңы Башлыҡлы булды. Радий Фәрит улының еңеүе бәхәсһеҙ һәм лайыҡлы. Хәҙер уға яҡшы үҙгәрештәрҙе арттырырға, төбәкте яңы кимәлгә үҫтерергә кәрәк. Волга байы федераль округында Башҡортостан әүҙем инвестициялар йәлеп итеү, бурыстар йөкләмәһен түбәнәйтеү буйынса беренсе урында тора. Киләһе биш йыллыҡта Башҡортостан халҡының йәшәү кимәле яҡшырасағына шигем юҡ. Хәйерле юл!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға