«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һырғанаҡ депрессиянан һаҡлай



19.09.2019 Һырғанаҡ депрессиянан һаҡлай

Һырғанаҡ С витаминына бай булыуы менән дан тота (100 г емештә ул 200–316 мг). Шулай уҡ А, В1, В2, В3, В5, В6, В9, С, Е, К һәм РР витаминдары ла бар.
Тимер, калий, магний, кальций, фосфор, натрий, алюминий, кремний кеүек минералдарға, биологик актив матдәләргә лә бай.
Һырғанаҡ ҡыуағында бәхет һәм шатлыҡ гормоны– серотонин да табылған. Ул организмды депрессиянан һаҡлай.

Файҙалы үҙенсәлектәргә килгәндә, уларҙы һанап бөткөһөҙ: иммун системаһын, йөрәк-ҡан тамыр¬ҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, һалҡын тейеүҙән, гипертониянан һаҡлай, йүтәлде бөтөрә, организмдан токсиндарҙы һәм шлак¬тарҙы сығара, аш эшкәртеү системаһын, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, биҙҙәр эшмәкәрлеген көйләй, стоматитты дауалай, нервы сис¬темаһын тынысландыра.

Көнөнә 100 грамм ғына һырғанаҡ емешен ашаһағыҙ ҙа, иммунитетығыҙҙы ла нығытырһығыҙ, организмығыҙҙы ла витаминдар менән байытырһығыҙ. Уны шәкәр менән бутап, сәйгә ҡушып та эсергә була.

Нисек кенә файҙалы булһа ла, һырғанаҡты бауыры, ашҡаҙаны ауыртҡан, панкреатит менән яфаланған, холецистит, бөйөрөндә һәм бәүел ҡыуығында таштар булған кешеләргә һаҡ ҡулланырға кәрәк.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға