«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсия йәше алдында тороусыларға ташламалар бар



19.09.2019 Пенсия йәше алдында тороусыларға ташламалар бар

Пенсия алды йәшендәге Рәсәй халҡы өс төр ташламаға (яңы федераль, федераль һалым, төбәк) дәғүә итә ала. Яңы федераль ташламалар менән пенсия йәшенә ҡәҙәр биш йыл элек ҡуллана башларға мөмкин.

Быйыл, мәҫәлән, уға 51 йәшлек ҡатындар һәм 56 йәштәге ирҙәр дәғүә итә ала. Был төр ташламаға диспансеризация үтеү өсөн ике көн ял, йәшәү минимумы күләмендә эшһеҙлек пособие алыу, мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса квалификацияны күтәреү курстары үтеү мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, ошо хаҡтағы законға яңы индерелгән төҙәтмәләр эш биреүселәргә пенсия алдындағы кешеләрҙе эштән ебәргәне, йә йә эшкә алыуҙан баш тартҡаны өсөн яуаплылыҡ та өҫтәй.


55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәшлек ир-егеттәр федераль һалым ташламаһы менән ҡуллана ала. Улар 6 сутый ер өсөн, бөтәһе 50 квадрат метр күсемһеҙ милеккә (өйгә, гаражға һәм башҡа капиталь биналарға) һалым түләүҙән азат ителә. Әгәр ҙә күсемһеҙ милектең майҙаны билдәләнгән сикте уҙа икән, артығына һалым түләргә тура киләсәк.


Төбәк ташламалары 55-те уҙған йәшлек ҡатындарға һәм 60-тан оло ирҙәргә ҡағыла. Ул иһә ҡала һәм тимер юлы транспортындағы, капиталь ремонт һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәте өсөн түләүҙәге ташламаларҙы күҙ уңында тота.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға