«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡабаҡтың файҙаһы ғына түгел, ә зыяны ла бар икән!



19.09.2019 Ҡабаҡтың файҙаһы ғына түгел, ә зыяны ла бар икән!

Файҙаһы

Ҡабаҡта күҙ күреүҙе яҡшырта торған элемент – каротиноид күп. Был йәшелсә ҡан баҫымын төшөрә, эсәктәрҙе шлактарҙан таҙарта, йоҡоһоҙлыҡтан йонсоған кешеләргә лә файҙалы.

Халыҡ медицинаһында ҡабаҡты бауырҙы таҙартыу өсөн ҡулланалар.

Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡартайыу процессын тотҡарлай.

Орлоғо ир-атҡа айырыуса файҙалы. Ул енси биҙҙәр эшмәкәрлеген нормалләштерә.

Тырнаҡ һәм сәстәрҙе лә витамин менән байыта.

Зыяны
Ҡайһы бер кешеләрҙә ҡабаҡҡа аллергия күҙәтелә.

Орлоғо майлы, туҡлыҡлы булып һанала, шуға ла ябығырға теләгән кешеләргә бик файҙаһы юҡ.

Гастрит менән сирләгән, ашҡаҙанында сей йәрәхәт булғандарға был йәшелсәне һаҡлыҡ менән генә ашарға кәңәш ителә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға