«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сирле баланы мәжбүри тартып алғандар



19.09.2019 Сирле баланы мәжбүри тартып алғандар

Төрлө әсәйҙәр ҙә була.
А. шәкәр диабеты менән сирле ҡыҙының ауырыуын танырға теләмәй. Табиптарҙың һүҙенә лә ҡолаҡ һалмай. Инсулин ҡаҙатыр урынға, өйҙә дарыу үләндәре менән дауалай.

Өфөнөң Октябрь районы суды 4,5 йәшлек ҡыҙҙың әсәһенә ҡарата суд ҡарары сығарҙы. Бала әсәһенән мәжбүри тартып алынып, уға дауаханала инсулин терапияһы эшләйәсәктәр.

Сабый өсөн ҡәҙерле кешеһенән айырылыу , әлбиттә, стресс, әммә һаулығына ҡурҡыныс янағанда шунһыҙ булмайҙыр.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға