«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтә ғаилә ағзаларын үлтергән



19.09.2019 Бөтә ғаилә ағзаларын үлтергән

72 йәшлек М. өсөн ғаилә ағзаларын үлтереүҙең был өсөнсө осрағы.
Былтыр « Дим» биҫтәһендәге быуа янында кешенең уң яҡ ҡулының һөйәге табыла. Эксперт- криминалистар уның 2015 йылда уҡ үлтерелгән кеше булыуын асыҡлай.

Дүрт ай буйына енәйәт асылмай ҡала. Тикшереүҙәр ваҡытында бер ҡатын 2015 йылда күршеһе юғалыуын әйтә. Был йортта йәшәгән ҡарт, ысынлап та, ҡыҙы юғалыуын дәлилләй , әммә полицияға хәбәр итмәүен әйтә. Тикшереү барышында хужаның йортонда ҡан эҙҙәре табалар.

М.-ға ҡыҙын үлтереүен танырға тура килә.

Баҡтиһәң, эскән атай ҡыҙы менән һүҙгә килешә һәм асыуынан 42 йәшлек ҡатындың башына һуға. Алған яраларынан А. йән бирә. Ир уны тураҡлап, сүп-сар бактарына һалып сыға, ҡалғанын быуаға батыра.
Ирҙе 10 йылға хөкөм итәләр. Ул ошоға тиклем дә ҡатынын, ҡәйнәһен үлтереп , 15 йыл ултырып сыҡҡан булған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға