18.09.2019 Аҡҡош балаларына ярҙам кәрәкме?
Шәүрә апай Йәлилова бөгөн аҡҡош балаларына бәйле борсолоулы хат яҙып ебәргән:
"Комсомольскиҙа күршелә торган Вәлимә апай шылтыратты. Ул Әнилә исемле ауылдашы менән Ирәндек тауына емеш, бәшмәк йыйырға барғанда, Уй йылғаhының разрездарының береhендә инәй-атайhыҙ ҡалған 3 аҡҡош балаһын күргән. Ул өс аҡҡош балаһы байтаҡтан етем йөрөй.
Быйыл Уй йылғаhына байтаҡ аҡҡоштар төшкән, бала сығарып үҫтерергә. Ә йәй буйына йылғаға Силәбе өлкәһенең халҡы (Ларино, Уйск, Миәс...) ял итергә килә, палаткалар ҡороп яталар. Хәҙер элекке кеүек рейдтар юҡ, шуға шашып, ял итеүсе "йыртҡыстар" аҡҡоштарзы шешлек итеп ашағандарҙыр инде".
Шәүрә апай пенсияла булған уҡытыусыһы Ҡаһарманов Әмир Ғатаулла улына шылтыратып, шул аҡҡоштар тураһында һөйләгәс, йыр, рәсем, НВП дәрестәренән уҡытҡан уҡытыусы, ҡурайсы, баянист кисәге йылғаға барып ҡарап, хәбәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлаған: "Эйе, 3 аҡҡош балаhы үҙҙәре генә йөрөгән була, осорға өйрәтергә ата-әсәhе юҡ, эргәләге разрезда бер аҡҡош ғаиләhе 5 балаһы менән йөҙөп йөрөй, ләкин улар бит сит балаларҙы үҙҙәренә яҡын ебәрмәй". Әмир Ғатаулла улы һунарсылыҡ йәмғиәте рәйесенә был проблеманы әйткән, ул бер нисек тә ярҙам итә алмаған.
"Тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы алыҫта, Белоретта. Силәбелә ауыр хәлдә ҡалған йәнлектәр һәм ҡоштар өсөн приют бар", - ти Шәүрә апай. Башлаған эште ярты юлда ҡалдырмай, Шәүрә апай "Взаимопомощь на дорогах г.Учалы и Учалинского района" төркөмө етәксеһе Ринатҡа мөрәжәғәт иткән. Ринат, тотоп бирһәләр, Блаблакар аша Силәбегә ебәрергә ярҙам итербеҙ, тигән.
Беҙгә аҡҡош балаларын тотоп бирешергә ирекмәндәр (волонтерҙар) ярҙамы кәрәк. Юғиһә, уларға үлем янай! Разрез һаҙлыҡҡа әйләнгән, аҡҡош балалары ҡамыш араһына инеп ҡаса. Кәмәлә генә барып, ау менән тотмағанда инде...