«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инкассатор машинаһында йөрөп ҡарарға теләйһегеҙме?



18.09.2019 Инкассатор машинаһында йөрөп ҡарарға теләйһегеҙме?

28 сентябрҙә Рәсәй банкы ил буйынса “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрә. Ошо сараға ярашлы, Башҡортостандың Милли банкы ла үҙ ишектәрен аса.


Был көндө Милли банктың музейы менән танышырға мөмкин. Музей элекке аҡса һаҡлау бинаһында урынлашҡан. Бынан тыш, лекторийға инергә, шулай уҡ финанс уйындарында ҡатнашырға була. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, саралар өлкәндәр һәм балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Үҫмерҙәр финанс сити-квест үтә ала.

Тағы Милли банк алдындағы махсус майҙансыҡта касса техникаһын һынарға, аҡсаның ысын булыуын тикшерергә, инкассатор машинаһында йөрөп ҡарарға мөмкин.

Милли банктың Асыҡ ишектәр көнөнә килеү өсөн (347) 279-63-90 телефоны буйынса йәки Үҙәк банк сайтында яҙылырға ғына кәрәк, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға