«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Министр менән асыҡ дәрес? Ҡайһылай ҡыҙыҡ!..



18.09.2019 Министр менән асыҡ дәрес? Ҡайһылай ҡыҙыҡ!..

Өфөлә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Министр менән асыҡ дәрестәр» проектына ярашлы тәүге дәрес үтте. Ойоштороусы — БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.


Аҙна һайын уҡыусыларҙың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙарын йыл дауамында уҙғарыу күҙаллана. Балаларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреү мөмкинлеге бар.

«Программа 9-11 класс уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаты — үҫмерҙәрҙә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, — тип яҙа комитеттың матбуғат хеҙмәте. — Башланғыс иҡтисади белемгә эйә булған үҫмерҙәр ғаилә, мәктәп, республика алдында торған проблемаларҙы ҡулланыусы күҙлегенән генә түгел, ә новатор күҙлеген дә күреп баһалай, хәл итеү юлдарын тәҡдим итә ала».

Бер «Министр менән асыҡ дәрес» программаһы ике академик сәғәткә иҫәпләнгән. «Университет ҡайнау нөктәһе»ндә өлкән класс уҡыусылары өсөн ошондай тәүге дәрес 14 сентябрҙә уҙҙы.

Райондарҙан саҡырылған 10-11 класс уҡыусылары өсөн сираттағы «Министр менән асыҡ дәрес» 21 сентябрҙә була.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға