«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мал аҙығы туплау нисек бара?



18.09.2019 Мал аҙығы туплау нисек бара?

Рәсәйҙә шартлы мал башына 13,5 ц аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән, Башҡортостанда иһә - 22 центнер.

РФ Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 11 сентябргә ҡарата бөтә төрҙәге хужалыҡтарҙа 24,3 млн тонна аҙыҡ берәмеге мал аҙығы тупланған. Был һанға былтырғынан ҡалғаны иҫәпкә инмәй.

Тупаҫ мал аҙығы йәмғеһе 21,3 млн тонна аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән: 11,6 млн т бесән, 8,3 млн т сенаж һәм 1,4 млн т һалам. Шулай уҡ 3 млн тонна йәшел масса силосҡа һалынған.

Ҡышты үткәреү өсөн бөтә төр мал аҙығы буйынса 31,5 млн центнер аҙыҡ берәмеге талап ителә. Әле кәрәкленән шартлы мал башына 13,5 ц аҙыҡ берәмеге тупланған, был талап ителгәндең 76,7 проценты.

17 сентябргә ҡарата Башҡортостанда шартлы мал башына 22 центнер аҙыҡ берәмеге һалынған. Әле силос әҙерләү әүҙем бара, уны 347 мең тонна туплағандар. Был пландың 27 проценты тигән һүҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға