18.09.2019 Бәлки өсөнсө "алтын"ға һикерер?..
Ҡолға менән бейеклеккә һикереү буйынса донъя рекордсмены, Рәсәйҙең элекке билдәле спортсыһы Елена Исинбаева бәлки яратҡан шөғөлөн дауам итер.
Ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы бер ваҡыт спорттан китеп, әсә булып алғас, 2015 йылда шөғөлөн дауам итә. Тик 2016 йылда допинг ғауғаһы арҡаһында күпләп Рәсәй еңел атлеттарын Олипия уйындарынан ситләткәс, Елена нейтрал флаг аҫтында сығыш яһауҙан баш тартып, уйындарға бармай.
28 тапҡыр донъя рекордын яңыртҡан Исинбаева тренерлыҡ эшенә китә. Былтыр икенсегә әсә була.
Елена шулай уҡ донъя чемпионатының өс һәм ябыҡ залда уҙған донъя беренселегенең дүрт тапҡыр еңеүсеһе булып һанала. 2005 йылда ҡолға менән биш метрға һикереп, ҡатын-ҡыҙҙарҙан донъяла беренсе булып шул бейеклекте алды. 2013 йылда «Европаның йыл спортсыһы» исеменә эйә була.
Киләһе Олимпия уйындарында Рәсәй атлеттары үҙ флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһаясағы билдәле булды. Шулай булғас кем белә, бәлки донъя рекордсмены өсөнсө «алтын»ға һикерер…