«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Теплицаны ҡышҡа нисек әҙерләргә?



18.09.2019 Теплицаны ҡышҡа нисек әҙерләргә?

Теплицаны ҡышҡа нисек әҙерләргә?Үҫемлек ҡалдыҡтарын йыйып алығыҙ. Уларҙы бәйләп ҡуйған шпагаттарҙы, синтетик ептәрҙе йыйып яндырығыҙ йәки алып ҡуйығыҙ.

Фитофтораны барлыҡҡа килтереүсе инфекция тупраҡҡа йыйыла. Шунлыҡтан уларҙы юҡ итергә кәрәк. Бының өсөн бөтә тупраҡты ҡаҙып түгеп бөтөрә алмайһығыҙ, өҫкө өлөшөнән генә арынығыҙ. Ерҙе 5 см тәрәнлектә ҡаҙып алығыҙ ҙа урынына яңыһын түшәгеҙ. Яңы тупраҡҡа тиреҫ йәки компост индерергә була. Быны эшләргә иренһәгеҙ, тупраҡҡа 3 процентлы водород перекисе йәки 1 процентлы бордо шыйыҡсаһын һиптерегеҙ. Бер нисә көндән ашлама һибеп, ҡаҙып сығығыҙ.

Ҡышҡа инер алдынан теплицаның үҙен дә йыуырға кәрәк. Һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаны, йәки булмаһа горчица порошогын, соданы ҡулланығыҙ.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға