«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Васильеваға 18 ай "бирҙеләр"



18.09.2019 Васильеваға 18 ай "бирҙеләр"

Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсыһы Маргарита Васильева уҙған миҙгел өс тапҡыр допинг тесты үткәреп, ғәйебен таныны һәм халыҡ-ара допингҡа ҡаршы агентлығы ҡарары менән 18 айға спорттан ситләтелде.
Әлбиттә, уға 24 ай менән янайҙар ине, әммә ҡайһы бер ҡарарҙар арҡаһында сикләүҙе ярты йылға ҡыҫҡарта алдылар. Ярышҡа ул 2021 йылдың 18 мартында ғына сыға аласаҡ.
28 йәшлек спортсы былтыр ғына төп командаға эләгеп, донъя кимәлендә уңыш ҡаҙанғаны булмай. Рәсәй беренселегендә генә бер нисә тапҡыр призерҙар исемлегенә инә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға