«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Оҫталарға күҙ теймәһен!



17.09.2019 Оҫталарға күҙ теймәһен!

- Боронғо милли кейемдәрҙә яға, сарыҡ, ҡашмауҙарҙың нигеҙе ТУЛА булған, - ти Учалы районының Ҡотой ауылында йәшәүсе Нәйрә апай Ғиләжева.

Тынғыһыҙ йөрәкле, әүҙем тәбиғәтле, оҫта ҡуллы Нәйрә апай тула һуғыу серҙәренә Азат Ғариповтан өйрәнә. Озерный ауылында тыуып-үҫкән егет милли кейемдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә тиҫтәләрсә йыл эшләй.

Нәйрә апай Азаттың етәкселегендә эш рәтенә төшөнгәс тә, һораусыларға тула һуға башлай.


- Оҫта ҡуллы остазыбыҙ үҙе станоктар ҙа эшләй, тулаһын да һуға, сарыҡ та тегә, үксәһен дә бора, - тип һөйләй Нәйрә апай. - Ул яғаларҙың, милли күлдәктәрҙең орнамент-сигеүҙәренең бөтә нескәлектәренә төшөнөп алғас ҡына, беҙҙән эш башлатты.

Әлдә миллилекте һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән, йола-шөғөлдәрҙе ҡәҙерләп тергеҙгән, һаҡлаған, үҫтергән оҫталарыбыҙ бар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға