17.09.2019 Иларғамы, көлөргәме, тигәндәй
Кисә төндә Силәбенең бер магазинына битлек кейгән талаусы егет инә. Был мәлдә һатыусы ҡатын телефондан һөйләшеп торған була.
Тәүҙә дәртле генә атлап килеп ингән талаусы ни эшләргә белмәй, прилавка янында тапанып торған-торған да, ниәтенән баш тартып, сығып киткән. Ҡыйыу һәм тыныс тәбиғәтле һатыусы һуңлап ҡына булһа ла хәүеф төймәһенә баҫҡан.
Әлеге ваҡытта һатыусыны телефондан айырырға ҡыймай, магазиндан буш ҡул сығып киткән егетте эҙләйҙәр.