«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 16 сентябрь



17.09.2019 Юл фажиғәләре - 16 сентябрь

Кисә, 16 сентябрҙә, республика юлдарында 10 автомобиль аварияһы теркәлеп, 3 кеше һәләк булған, 9 кеше яралар алған.

Иртән Стәрлетамаҡ районының Стәрлетамаҡ-Фёдоровка автоюлының унынсы саҡрымында 46 йәшлек ир УАЗ машинаһында алда килгән автомобилде ҡыуып үтергә теләгәндә, ахыры, кюветҡа төшөп китеп, ауҙарылған. Аварияла водитель һәләк булған. Уның ике пассажиры, 41 һәм 26 йәшлек ир-егеттәр, төрлө травмалар алған.

Көндөҙ Өфөлә (Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1459 км) билдәһеҙ водитель асфальт һалыу менән мәшғүл булған 39 йәшлек ирҙе төрттөрөп китә. Марий Эл Республикаһынан эшкә килгән ир "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән бирә.
Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасһа ла, уны эҙләп табалар. Өфөлә йәшәгән "Hyundai Tucson"дың 66 йәшлек водителе булып сыға ул. Был ваҡиға буйынса тикшереү башланған.


Төнөн Дәүләкән районында Кушнаренко районының 32 йәшлек водителе МАЗ йөк машинаһында 58 йәшлек ирҙе төрттөрә (ул Әлшәй районынан). Һөҙөмтәлә ир шунда һәләк була. Водителдең һүҙе буйынса, ул юлға аңғармаҫтан килеп сыҡҡан.

Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 29 водитель тотолған. Алдан урланған автомобиль эҙләп табылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға