«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йүтәлдән ылыҫлы бал



17.09.2019 Йүтәлдән ылыҫлы бал

Йүтәлдән ылыҫлы балӘлеге иҫ киткес шифалы ҡатнашма йүтәл, бронхит, трахеит һәм башҡа төрлө һалҡын тейеү ауырыуҙары булғанда ҡулланыла.

1 өлөш ҡарағай бөрөһөн йыуып, эмаль һауытҡа һалалар. 3 өлөш һалҡын һыу өҫтәп, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып ҡайнаталар.
Төнәтмә тәүге күләмдә булырлыҡ итеп һыу өҫтәйҙәр. Һыуығас, һөҙөп, 1 өлөш төнәтмәгә 2 өлөш шәкәр өҫтәйҙәр һәм тағы ла ҡайнатып алалар. Тик болғап торорға кәрәк.

Ҡайнатманы көнөнә 3 мәртәбә 1 ҡалаҡ ҡабул итәләр. Артынса эҫе сәй эсергә кәрәк.

Дауаланыу курсы 3-4 ай, йылына 3-4 тапҡыр ҡабатлайҙар. Ылыҫлы бал нерв системаһын нығыта, организмдың йоғошло аурыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға