«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ямғырҙа ҡаҙылған картуф



21.09.2019 Ямғырҙа ҡаҙылған картуф

Быйыл республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡоролоҡ булып, картуф үҫмәһә лә, күпселек райондарҙа ямғыр йәй буйына яуҙы.

Күптәрҙең картуфы серей, халыҡ: «Картуф сереп юҡҡа сыға», – тип зарлана. Араларында сирлеләре булған уңышты, ғөмүмән, баҙға һалырға ярамай. Уны ҡоро урында (лапаҫ аҫтында, һарайҙа, теплицала, соланда) елләтергә, балсығынан таҙартырға, сирлеләрен айырып һалырға кәрәк. Һаҡлауға һалынған ҡоро, таҙа картуфтың ҡалынлығы 70 – 80 сантиметрҙан да артыҡ булмаһын. Баҙҙа температура плюс 2 – 4 градус булырға тейеш. Ҡайһы бер урында өҫтә ятҡан картуф тирләй. Шуға өҫтөнә сөгөлдөр кеүек тамыраҙыҡ һалығыҙ. Серектәрен ҡарап алып тороғоҙ.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға