29.09.2019 Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре
Орхидеяны һауытынан сығарып, ҙур һауытҡа күсерергә. Еңел генә сыҡмаһа, тамырҙары һынмаһын өсөн һауытын әҙ генә ҡырҡырға кәрәк. Үҫкән гөлдө һауыттан сығарыуы ауыр, сөнки тамырҙары көслө була. Ә бына ауырыуын һауыттан тиҙ генә бушатып була. Күпселектә һыуҙы артыҡ күп ҡойғанда сирләй.
Күсергән ваҡытта бүлбеләрҙе таҙартырға һәм йыуырға. Сырмалып бөткәндәрен ипләп кенә ысҡындырырға. Тамырҙары еңел генә ысҡынмаһа, 15 – 20 минутҡа йылы һыуға тығып торорға.
Серегән тамырҙарҙы ҡырҡып алырға. Аҙаҡ активлаштырылған күмерҙе ваҡлап, ҡырҡҡан тамырға һибергә. Һарғайған япраҡтарҙы ла алып ташларға. Сәскә ата торған олондо ла төбөнә 0,7 – 1 см еткермәй ҡырҡырға кәрәк. Ҡырҡып ташлаған урындарҙы эшкәрткәндән һуң, орхидеяны яңы һауытҡа ултыртырға. Иң яҡшы ашлама – ҡарағай ҡабығы. Ә дым һаҡланһын өсөн мүк өҫтәргә онотмағыҙ. Ағас күмере лә ҡушырға була. ашлама ни тиклем эре була, шул хәтлем тамырҙарға тын алыу яҡшыраҡ. Был экзотик гөл тупраҡта үҫмәй.
Һауыт-һаба һайлаған ваҡытта тамырҙарҙың күләменә ҡарағыҙ. Сөнки тамырҙы төшөргән ваҡытта 1 – 2 см һауыт ситенә теймәҫкә тейеш.
Һауыттың төбөнә эре ҡабыҡ, уның өҫтөнә әҙ-мәҙ ваҡтарын һалырға. Сәскәнең олонон ҡул менән тотоп тороп, тирә-яғын ҡабыҡ менән тултырырға. Тамырҙарҙы өҫтән еңелсә генә батырырға. Күсереп ултыртылған орхидея сәскәһен, тамырҙары нығынғанса, һалҡынса ергә ултыртырға. 1 аҙна һыу ҡоймаҫҡа ла була. Япраҡтарына ғына һыу һиптерергә мөмкин. Беренсе тапҡыр һыу ҡойған ваҡытта фитоспорин йә фунгицид ҡушырға кәрәк.