«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рөстәм Ғиззәтуллин, 200 һум аҡса һәм 3 кг ҡорот нимә менән бәйләнгән?



17.09.2019 Рөстәм Ғиззәтуллин, 200 һум аҡса һәм 3 кг ҡорот нимә менән бәйләнгән?

Сәйер һорау, эйе бит? Күренекле артистың, башҡорт халҡының иң сихәтле ризығын һәм 200 һум аҡсаны нимәләр бәйләй һуң? Яуап биреп ҡарайыҡ.

"Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмө бар. Ул "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" тип атала. Был төркөмдөң дуҫтарын арттырыу, уларҙың әүҙемлеген арттырыу, гәзитебеҙҙе социаль селтәрҙә булыусыларға күрһәтеү, сайтҡа йәлеп итеү өсөн даими рәүештә конкурстар эшләйбеҙ.

Әлеге ваҡытта төркөмдә өс төрлө бәйге бара. Улар:
- https://vk.com/wall-35065816_46748
Рөстәм Ғиззәтуллиндың 22 сентәбрҙә үтәсәк "Тыуған көндә шәп йырҙар" тигән бик шәп концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын уйнатыу,

- https://vk.com/wall-35065816_46443
20 сентябргә тиклем өс килограмм (!) Ейәнсура ҡоротон уйнатыу,

- https://vk.com/wall-35065816_46509
18 сентябргә тиклем телефон иҫәбенә 200 һум аҡса уйнатыу.

Был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн һылтанмаларға инергә, "лайыҡ" ҡуйырға һәм репост эшләргә - дуҫтарға һөйләргә кәрәк. Ваҡыты килеп еткәс, беҙ бәйге шарттары яҙылған пост хәбәрҙәрен махсус ҡушымта аша осраҡлы һайлау юлы уйнатабыҙ. Еңеүсе репост яһаған кешеләр араһынан билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео яҙмаһы ҡуйыласаҡ.

Ҡатнашығыҙ, дуҫтарға һөйләгеҙ, даланығыҙҙы һынағыҙ! Уңыштар!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға