17.09.2019 Кокорин менән Мамаев иреккә сыҡты
Бөгөн Рәсәйҙең билдәле футболсылары Александр Кокорин менән Павел Мамаев холоҡ төҙәтеү колонияһынан тәғәйен ваҡытынан алда сыҡты.
Улар былтыр тәртип боҙоп, язағын алғайнылар. Әгәр тулыһынса ултырһалар, Мамаев ноябрҙә, Кокорин декабрҙә иреккә сығар ине. Әлеге ваҡытта Кокориндың тәғәйен уйнар клубы үҙгәрешһәҙ ҡалһа, ә ул «Зенит»та уйнай, Мамаевты яңыраҡ «Крылья Советов» командаһы үҙендә күрергә теләк белдергән. Мамаев быға тиклем «Краснодар» клубында иҫәпләнә ине.
Нисек кенә булмаһын, футболсылар моғайын эшһеҙ ҡалмаҫ.