«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Доға уҡып ултырыр урынға...



17.09.2019 Доға уҡып ултырыр урынға...

Әбейҙәр ҙә араҡы һатҡас инде... Иманһыҙлыҡтың сиге шулдыр.

Пластик шешәләр, сифатһыҙ араҡы һәм намыҫһыҙ кеше. Полиция хеҙмәткәрҙәре Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе пенсионер ҡатынды законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлектәр һатҡанда тотҡан. Быға тиклем дә ул ошо шөғөл менән эләгеп, административ штраф түләгән булған. Хәҙер инде уға енәйәт эше асыла. Тик аҡыл алырмы? Башҡаларға һабаҡ булырмы? Икелле....





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға