«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡурсаулыҡҡа рөхсәтһеҙ ингәндәре өсөн



17.09.2019 Ҡурсаулыҡҡа рөхсәтһеҙ ингәндәре өсөн


2017 йылда Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән килгән туристар рөхсәтһеҙ « Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәләренә инә. Уларҙың маҡсаты– биш автомобилдә Күперлә шарлауығына тиклем барып етеү була.

Юлһыҙ урындарҙа ҡырағай туристар яландарҙы тапай, юлдарҙы иҙә. Һоҡланғыс тәбиғәттәге экстремаль сәйәхәттә төшөрөлгән видеоны социаль селтәргә лә һала.

Ҡурсаулыҡ режимын боҙоп, үҙҙәренең территорияһына бер ниндәй ҙә рөхсәт ҡағыҙҙары алмайынса ингән һәм ҡырағайҙарса ҡыланған автотуристарҙы ҡурсаулыҡ етәкселеге яуапҡа тарттыра. Сәйәхәтселәр үҙ ғәйебен танырға теләмәй. Суд ике йыл дауам итә. Күптән түгел Һамар ҡалаһының Киров районы суды «драйв» яратыусы егеттәргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Улар
61 689 һум күләмендә экологик зыянды ҡапларға тейеш.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға