«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәр бала ата-әсәйле үҫһен



16.09.2019 Һәр бала ата-әсәйле үҫһен

Булат Мөкминовтың оҫтаханаһына һуғылып, сәғәт өсөн ҡайыш һатып алдым. Һәм ҡайыштан килгән күн еҫе кинәт, уйламағанда, бала саҡҡа алып ҡайтты ла китте... Атайым иҫкә төштө. Уның тирене эшкәртеп, сыбыртҡылар үргәне, йүгәндәр эшләгәне...


Инәй итәгенә йәбешеп үҫкән бала түгелмен: бәләкәй сағымда гел дә атай янында уралдым, уның аяғы аҫтында буталдым, ҡулы араһына тығылып инеп, нимә эшләгәнен үрелеп ҡарап ҡамасауланым.

Улай ғынамы әле ул! Йә бысҡыһын алып китәм, йә йышҡыһын, йә беҙен алып барып олаҡтырам Хоҙай ҡушмаған ергә. Шунан күмәкләп эҙләйбеҙ, атайҙың эше туҡтай. Үтә ҡаңғыртһам да, атай ҡысҡырмай, асыуланмай, тыныс ҡына, йә бар инде, уйна, ти, йә инәйгә, ал әле ҡыҙыңды, тип өндәшә. Мине, ҡарышҡырҙы, анһат ҡына "алырмын", тимә - бирешеү юҡ!


...Бергә кисәүләтеп ат тышарға көсләшеп барһам, йә һыбай эре генә киләм (шулай ҙа осоп барып төшөүҙән шөрләп, ялға сытырман йәбешеп!), йә ҡалышмаҫ өсөн кескәй ҡулымды атайҙың яҫы усына тығам да, уны үҙ яйыма атлатам.


Ҡайһы ваҡыт атай йүгәнде тоттора. Ағастар кеүек бейек тойолған ат үксәгә баҫып, өҫкә менеп килгән һымаҡ, фырылдап мышнауы ҡолаҡ төбөндә генә, етмәһә, аҙым һайын үлән ашарға ынтыла, йәки себен-серәкәйҙәрҙе ҡыуалап, башын тегеләй-былай, өҫкә-аҫҡа болғай. Хәтәр ҡурҡыныс! Йүгәнде бәреп кенә тайыр ҙа инең, көсләшеп тағылыуың быны эшләргә ирек бирмәй. Ат тапап ҡуймаһын, тип, аҙымдарҙы йәһәтләтәһең, әммә һин шәберәк атлаған һайын ат та тиҙерәк атлай! Уның ҡарауы аҙаҡ устарыңдан тәмле генә күн һәм ат тире еҫе сыға. Миңә шулай тәмле һымаҡ тойола, сөнки атайҙың да устарынан шундай уҡ еҫ килә.


Ҡайтып етеп, тура өҫтәл артына тығылып инеп ултырһаң, фуф, һинән һаһыҡ еҫ борхолдап тора, тип өйҙәгеләр танау бора. Шығырлатып ҡулын йыуған атайҙың алдына ҡыҫылып инеп тороп, ҡулдарымды ҡулйыуғысҡа һонам, ә үҙемдең ике күҙем өҫтәлдәге тәмлекәстәрҙә - минһеҙ ашап бөтмәһәләр ярар ине, тип ҡайғырам. Атай минең ҡулдарҙы йыуып-бөтәме юҡмы, уларҙы арлы-бирле өҫтөмә һөртәм дә, өҫтәлгә һыпыртам. "Ашау" тигәндә миңә етеүсе юҡ инде - телем асылыу менән "атаһын бирегеҙ" тип таптырған кеше мин ул ))) "Атаһын" - йәғни, иң өлкәнен, күбен, ҙур өлөшөн.


...Йоҡларға ятҡас, уттарҙы һүндереп, күн менән булышҡан атайым мейестең янып бөткәнен көтөп, ҡаршыһында иҙәндә бер тубығын текә сәсеп, тәмәке лә тартып ултыра. Мин дә уның аҫҡы тубығына уңайлы ғына һыйынып урынлашып, гәзиттән төрөлгән "тәмәкемде" етди "төтәтәм", атайымдың сыбыртҡы үргәнен ялҡауым килеп кенә күҙәтәм. Шунда ғына иртәнән-кискәсә талыу белмәгән телемдең арығанын тоям ))) Ә стенала төрлө күләгәләр бейешә...


Миңә уның менән әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәт ине, ә атайыма минең менән нисек булғандыр, белмәйем...


Их, ҡулым саҡ ҡына иплерәк булһа, атайымдан белгән һөнәрҙәрен отор ҙа алыр инем ул мин. Тик юҡ шул. Атайымдың етмеш ете һөнәренең бер-икеһен генә отҡанмын. Шуларҙың береһе - ат егеп-туғарыу һәм уны тышау...


Һәр бала атай-әсәйле үҫһен ине ул...

Һис бер шартһыҙ һине яратҡан ата-әсәйең ҡосағында йомарланған бәхет йомғағың ғүмер буйы йөрәгеңде сорнап, оҙата йөрөй икән.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Авторҙыҡы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға